Башҡортостанда эш эҙләүселәр федераль проектта ҡатнаша ала

Быйыл Рәсәйҙә “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” программаһына 2,5 миллиард һум бүленә. Аҡса хеҙмәт баҙарында талап ителгән кадрҙар әҙерләгән ойошмаларға грант булараҡ бирелә. Беҙҙең республикала проектта 50 йәштән өлкәндәр, эштән бушатыу янаған белгестәр, бәләкәй балаһы булған әсәләр, ҡайһы бер йәштәр һәм эшһеҙҙәр ҡатнаша ала. Уларҙы ҡайтанан уҡытыу ойошторола. Халыҡ педагог, веб-дизайн буйынса белгес, бухгалтер, социаль хеҙмәткәр, ашнаҡсы, фармацевт кеүек һөнәрҙәрҙе әүҙем үҙләштерә. Исемлектә 100-ҙән ашыу белем биреү программаһы тәҡдим ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда эш эҙләүселәр федераль проектта ҡатнаша ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ