Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты географияһы киңәйә. Быйыл пенсионерҙар Беларускә сәфәргә сыға ала. Төбәк бюджетынан һәр кешегә 15 мең һумлыҡ субсидия бирелә. Абхазияға ла турҙар ойоштороу мәсьәләһе өйрәнелә. Быйыл проектта 20 мең кеше ҡатнаша ала, туроператорҙар республика буйлап 53 йүнәлеш буйынса сәйәхәт тәҡдим итә.







