Бөгөн БСТ телеканалында үткән брифинг барышында ошо турала белдерелде. “Һыу өлгөләре даими анализға алына. Халыҡҡа борсолорға урын юҡ”, - тине Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы белгестәре ташҡынға бәйле хәлде контролдә тота. Беҙгә урындағы халыҡ та ҙур ярҙам күрһәтә”, - тине ведомство етәксеһе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов. Ул миҫал булараҡ Белорет районы Ғәбдөк ауылын атаны.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.







