Башҡортостан парламенты депутаттары 25 майҙы Төньяҡ юнгаларҙы иҫкә алыу көнө булараҡ раҫланы. “Был дата яҡташтарыбыҙ – Соловецкий юнгалар мәктәбе уҡыусыларының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатын ҡуя”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Өфөнөң Беренсе май паркында Соловецкий юнгалары аллеяһы булдырылған. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында юнгаларға бағышланған музей асыла.







