Рәсми мәғлүмәттәр порталында ошо турала документ бар. Аҡса геопарк үҫеше менән шөғөлләнеүсе коммерция булмаған ойошмаға бирелә. 100 миллион һум быйыл күсерелә, ҡалған сумма киләһе йылда тапшырыла. "Янғантау" ЮНЕСКО селтәренә индерелгән. Бында 58 иҫтәлекле урын бар.







