Башҡортостан йылғаларында һыу кимәле кинәт күтәрелеүе күҙалланмай

Бөгөнгә республикала һыу баҫыу осраҡтары Баймаҡ, Бишбүләк, Иглин һәм Миәкә райондары, Сибай һәм Өфө ҡалаларында теркәлгән. Был биләмәләрҙә юл участкалары, ике күпер һәм бер гидротехник ҡоролма һыу эсендә ҡала. Ташҡынға бәйле хәл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм дәүләт комитеты ҡарамағында ҡала. Барлыҡ биләмәләргә лә үтеү мөмкинлеге булдырылған, тейешле аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар запасы булдырылған. Белгестәр әйтеүенсә, эвакуация талап ителмәй. Тәүлек эсендә һыу баҫыуға бәйле яңы осраҡтар теркәлмәгән.

Тәүлек эсендә 112 системаһына һыу баҫыу осраҡтары тураһында мөрәжәғәт килмәгән. Ағиҙел йылғаһында һыуҙың иң юғары кимәле Белорет районы Ломовка ауылы эргәһендә теркәлгән. Бында һыу кимәле 32 сантиметрға күтәрелгән. Өфө эргәһендә Ағиҙелдә һыу кимәле 21 сантимерға артҡан. Әлеге әмлдә унда дөйөм һыу кимәле 288 сантиметер. Эргә-тирәне һыу баҫыу хәүефе юҡ.

Кирилл Первов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары

Ташҡынға бәйле хәл тураһында оператив мәғлүмәтте беҙҙең телеканалда махсус ойошторолған брифингтарҙан белергә мөмкин. Программа йомаға тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ