Өфөлә Сергей Рахманинов тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан тамаша ойошторолдо

Бөйөк композитор, пианист һәм дирижер иҫтәлегенә. Сергей Рахманинов тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары тамашасыға ике бүлектән торған тамаша бүләк итте.

Беренсеһендә атаҡлы ижадсының беренсе операһы һаналған «Алеко» бер актлы операһы тәҡдим ителде. Александр Пушкиндың «Цыгане» поэмаһы буйынса яҙылған либретто авторы - Владимир Немирович-Данченко. Әҫәр уртаһында мөхәббәт һәм хыянат темаһы ята. Тамашаның икенсе бүлегендә Сергей Рахманиновтың оркестр менән фортепиано өсөн 2-сө концерты уйналды. Солоны Санкт-Петербургтан саҡырылған халыҡ-ара конкурстар лауреаты Евгений Изотов башҡарҙы. Ҡунаҡ театр оркестры оҫталығы һәм баш ҡала тамашасыһы мәҙәниәте кимәле юғары булыуын билдәләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ