Татарстан һәм Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре бер сәхнәлә. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры тамашасыға яңы программа тәҡдим итте. Премьера ике республиканың классик һәм заманса композиторҙары әҫәрҙәрен берләштергән. Сәхнәлә Хөсәйен Әхмәтов, Рәшит Кәлимуллин, Рафаил Ҡасимов һәм башҡа музыканттар ижад иткән симфонияларҙы ишетергә мөмкин ине.
Концерт Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре» программаһы сиктәрендә уҙҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге симфоник оркестр залда ултырыусыларҙың бер күңелен күтәрҙе, бер уйға һалды. Әйткәндәй, дирижер Хөсәйен Әхмәтовтың «Урал батыр» композицияһын үҙ төҙөтмәләре менән тәҡдим итте.
Киләсәктә Республика композиторҙар союзы менән берлектә ноталар яҙмаһын сығарыу планлаштырыла. Туғандаш халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында ойошторолған концерт 7 апрелдә күрше төбәктә күрһәтелә.



