Башҡортостан биләмәләрендә ут сығыу осраҡтары бар

“Авиа урманды һаҡлау” федераль ойошмаһынан белдереүҙәренсә, республикала апрель һәм майҙа янғындар хәүефе арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.

Башҡортостан биләмәләрендә ут сығыу осраҡтары бар

“Йыл башынан республикала ҡоро үлән яныуға бәйле 66 янғын булды. Бер тәүлек эсендә 14 гектарҙан ашыу майҙанда 23 янғын осрағы теркәлде. Сүп-сар яныуҙың 23 осрағы иҫәпкә алынды. Йыһан мониторингы ярҙамында 11 термик нөктә раҫланды. Башҡортостанда көндәр йылы һәм аяҙ тора. Кешеләр йорт алды биләмәләрен, баҡсаларҙы сүптән таҙарта.Әммә был эштәрҙе башҡарғанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәү мөһим. Шәхси ер участкаларында, ҡаралтыларҙан 15 метр алыҫлыҡта ҡоро үлән яндырыу рөхсәт ителә. Тимер һауыттар ҡулланғанда был араны ике тапҡыр ҡыҫҡартыу рөхсәт ителә. Металл мискәләр ҡапҡаслы булырға тейеш.  Һәр осраҡта ут һүндереү сараларын әҙерләп ҡуйығыҙ. Утты даими күҙәтеп торорға кәрәк. Сүп-сарҙы әҙ-әҙләп яндырырға һәм быны елһеҙ көндө эшләргә кәрәк. Бәләкәй генә осҡондан ялҡын тоҡана. Үтә иғтибарлыһәм һаҡ булығыҙ! Балаларға шырпы бирмәгеҙ. Бөтәҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, янғындарҙы иҫкәртә алырбыҙ”.

Урман янғыны сыҡҡан осраҡта 8-347-218-14-14 йәки 8-800-100-94-00 телефондарына шылтыратып хәбәр итергә мөкин.

Фото №1 - Башҡортостан биләмәләрендә ут сығыу осраҡтары бар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ