Башҡортостан вәкилдәре ошолай тип аталған форумда ҡатнашырға йыйына. Ул июнь аҙағында Мәскәү уҙғарыла. Форумда ил үҫеше һәм милли маҡсаттарға ирешеүгә йүнәлтелгән 100 көслө идея ҡарала. Бөгөн Өфөлә республика исеменән абруйлы сараға әҙерлек барышы тураһында һөйләшеү булды. Башҡортостан Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләй.
Президент Владимир Путин Указы буйынса “Яңы дәүер өсөн ҡеүәтле фекерҙәр” форумы йыл һайын ойошторола. Өс йылда Рәсәйҙең 85 төбәгенән 35 мең фекер ҡабул ителгән.







