Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған сираттағы «Йәмәғәт биләмәләре» сәғәтендә билдәле булды.
Һөйләшеүҙә һүҙ Өфөнөң социаль инфраструктураһын яҡшыртыу проекттары хаҡында барҙы. Баш ҡала хакимиәте Максим Рыльский урамындағы ремонт эштәрен йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу менән бергә алып барырға ниәтләй. Урамда ял урындары эшләү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырыу ҡаралған. Октябрь районында бынан тыш Жуков урамынан йылға буйына тиклем тротуар плитәләрен алмаштырыу, ямғыр һыуы өсөн улаҡтар һалыу күҙаллана.
Радий Хәбиров ремонт эштәренең графигын ресурс тәьминәте ойошмалары менән берлектә билдәләргә ҡушты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Өфөләге Урмансылар паркын төҙөкләндереү концепцияһын да ҡараны.
Һүҙ урман зонаһын таҙартыу, йәйәүлеләр, велосипед һуҡмаҡтарын төҙөкләндереү, спорт, балалар зоналарын тәртипкә килтереү тураһында бара. Шулай уҡ 60-тан ашыу йәнлек тотолған вольер хужалығын да ремонтлау, заманса зоопарк форматында эшләү планлаштырыла. Республика башлығы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндергәндә халыҡ фекерен иҫәпкә алырға ҡушты.






