Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү үҙәгендә тәүге сертификаттар тапшырылды

Ирекле батальондарға ҡушыласаҡ һалдаттар ике аҙна буйы квадракопетерҙар менән эш итергә, техниканы ремонталарға өйрәнде. Уҡыуҙар хәрбиҙәрҙең теләге буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ярҙамында ойошторола. Өфө радиотехнология, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында айына 75 һалдат белем аласаҡ тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Әлегә полигон шарттарында һыналған квадракоптерҙар тиҙҙән махсус операция майҙанында оса башлаясаҡ. Пульт артындағы егеттәр - һалдаттар үҙҙәре. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәнгән операторҙар Өфөлә уҡыуҙар үтеп ирекле батальондар составында хәрби операцияға ҡушыласаҡ.

Квадракоптерҙар менән идара итеү буйынса уҡыуҙар һалдаттарҙың һорауы буйынса ойошторолдо. Өфө радиотехнология, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында уҡыуҙарҙы алып барыу өсөн шарттар тыуҙырылған һәм тәжрибәле белгестәр ҙә етәрлек.

Пилотһыҙ осоу аппаратары менән идара итеүсе егеттәр белемен хәрби маҡсаттарҙа ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә лә ҡуллана ала. Ҙур булмаған осоу аппараттары янғын һүндереү, археология, геология, хәүефле объекттарҙы күҙәтеү һәм башҡа тармаҡтарҙа ла файҙаланыла.

Квадракоптер менән идара итеү курстарын тамамлаған операторҙарҙың беренсе төркөмө сертификаттар алып республикала ойошторолған яңы ирекле батальондарҙың береһенә ҡушылырға ниәтләй. Бынан тыш һалдаттар араһында тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса уҡыуҙар үткәреү көтөлә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ