Хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һәм ирекле батальондар составына яҙылырға теләгән ир-егеттәргә республиканың күп функциялы үҙәктәрендә консультация ойошторола башланы. Граждандар шәхес таныҡлығы менән килеп борсоған һорауҙарына яуаптарҙы МФЦ-ның бөтә бүлектәрендә алырға хоҡуҡлы. Бынан тыш Ситуация үҙәгенә 122 берҙәм телефон һандарына шылтыратып мәғлүмәт тупларға була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» һәм Даян Мурзин исемендәге ирекле батальондар составына яҙылыу дауам итә. Хәрби хеҙмәткә 50 йәштән өлкән граждандар ҙа ҡабул ителә.






