Ҡотҡарыусы Илсур Ғатауллин ижади эштәре менән интернет киңлектәрен яулай

Янғын һүндереүсе булып эшләгән замандашыбыҙ ҡәләм ярҙамында портрет төшөрөү менән мауыға. Башлыса ябай кешеләр сағылыш тапҡан яҙмаларҙы Илсур эш араһында төшөрә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Тәү ҡарашҡа был һүрәт түгел, фото төҫлө тойола. Бындай портреттар, ғөмүмән, Илсур Ғатауллиндың ижади коллекцияһында. Һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килә. Бәләкәй саҡта йорт диуарҙарын һүрәт менән тултырған Илсурҙы ата-әсәһе художество түңәрәгенә яҙҙыра. Шул ваҡыттан альбом-ҡәләмдәр уның төп ҡоралына әйләнә.

Бөгөн Илсур ҡотҡарыу хеҙмәтендә диспетчер булып эшләй. Үҙәккә тәүлек әйләнәһенә килгән шылтыратыуҙарҙы тиерлек ҡабул итә. Етдилек һәм ныҡлы иғтибар талап иткән эш араһында ижадҡа ла ваҡыт табырға тырыша

Мине, әлбиттә, тәүҙә янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында талантлы кешеләр булыуы ғәжәпләндерҙе. Ижадтың еңел булмауын аңлайым. Илсурҙың матурлыҡты портрет аша тапшыра белеүе һоҡландыра. Беҙҙең коллективты ла төшөрөп өлгөрҙө.

Кирилл Демидов, Өфөнөң 32-се ҡотҡарыу-янғын һүндереү часының ҡарауыл етәксеһе

Илсур Ғатауллинға илһам көтөлмәгәндә килә. Йә йыр-моң тыңлаған арала, йә кем менәндер һөйләшкән ваҡытта... Илсурҙың күңеле һәр саҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә.

Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Илсур киләсәктә махсус график планшетын алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ә әлегә эштәрендә ул янғын һүндереүселәр, уларҙың тырышлығын ҡәләм аша еткереүҙе үҙ бурысы итеп күрә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ