Акцияны баш ҡаланың «Сәләмәтлек сере» клиникаһы ойошторған. Медицина учреждениеһы табиптарының Бикбулат ауылына икенсе тапҡыр килеүе. Был юлы улар кешеләрҙең йөрәген һәм ҡалҡан биҙен ультратауыш аппараты ярҙамында тикшерҙе. Клиника ауыл халҡының «Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашыуын хуплап ошо проект сиктәрендә медицина ярҙамы күрһәтергә хәл иткән.
Баш табип Гөлгөнә Мозафарова әйтеүенсә, төбәктәрҙә халыҡ әүҙем тормош алып бара икән, уларға мөмкин булғанса булышлыҡ итергә кәрәк. Медицина учреждение хәйриә акцияларын артабан да дауам итергә ниәтләй. Бикбулат халҡы ауылға килеп сәләмәтлек торошон тикшергән аҡ халатлыларға рәхмәтле. Бигерәк тә оло быуын кешеләре. Тап улар өсөн юл йөрөү, Өфөгә йәки район үҙәгенә барыу ҡатмарлы. Ә кеше һаулығы хаҡында һүҙ барғанда профилактика бик мөһим.



