“Башнефть” компанияһы республикала күмәк спорт үҫешенә ҙур иғтибар бирә

“Роснефть” компанияһына ингән “Башнефть” ойошмаһы ярҙамында Башҡортостанда һуңғы 5 йылда 20 спорт ҡоролмаһы асылды. Республика һәм “Роснефть” компанияһы араһында килешеүгә ярашлы, спорт объекттары төҙөлөшө һәм реконструкцияһы өсөн аҡса бүленә. Күмертау ҡалаһында заманса боҙ һарайы төҙөлдө, Туймазыла “Спартак” стадионы үҙгәртеп ҡоролдо, Дүртөйлө ҡалаһында донъя кимәлендәге скейт-парк барлыҡҡа килде. Өфө районы Булгаков ауылында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Нефтекама ҡалаһында нефть колледжы биләмәһендә күп функциялы стадион төҙөлдө, Благовещен районында заманса алты күнекмә майҙансығы асылды. “Башнефть” компанияһының хәйриә программаһы буйынса республикала күмәк спорт үҫешенә ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы 5 йылда 49 район һәм ҡалала 250 проект тормошҡа ашырылды.

Фото №1 - “Башнефть” компанияһы республикала күмәк спорт үҫешенә ҙур иғтибар бирә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ