Данил Акилов: "Ашнаҡсы үҙенсәлекле, яуаплы һәм ауыр һөнәрҙәрҙең береһе"

Республикала "Чиновник һөнәрен алмаштыра" акцияһы дауам итә. Проект  эше һөнәрҙәрҙе танытыу маҡсатында ойошторола. Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов үҙен уҡытыусы булараҡ һынап ҡараған. Ул Ермолаев ауылындағы мәктәптә ашнаҡсы хеҙмәтенә арналған дәрес үткәргән.

Данил Акилов: 

“Ашнаҡсы бик үҙенсәлекле, яуаплы һәм ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Ул кешенән ижади ҡараш та, фантазия ла, көс тә талап итә. Ашнаҡсы ризыҡты тәмле генә итеп түгел, матур итеп тә бешерергә тейеш. Сөнки кеше аш-һыуҙы күҙҙәре менән ҡарай, һуңынан ғына тәмләй. Икенсенән, ашнаҡсыларға ауыр һауыттар күтәрергә, даими эҫе бүлмәлә булырға тура килә.  Был сыҙамлыҡ талап итә. Ашнаҡсы кешеләрҙең һаулығы өсөн һәр саҡ яуаплылыҡ тоя. Тәрилкәлә ятҡан ризыҡ хәүефһеҙ булырға тейеш.Тәмле бешергән ашнаҡсы танылыу яулай, кешеләрҙән һәр саҡ рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Балаларға ошо турала ла һөйләнем. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә был һөнәрҙе үҙләштерә ала. Малайҙар ошо хаҡта айырыуса ҡыҙыҡһынып тыңланы. Балаларҙы республикала ашнаҡсы һөнәренә уҡытҡан уҡыу йорттары менән таныштырҙым. Дәрес ҡыҙыҡлы үтте тип иҫәпләйем. Акция бик фәһемле, уны артабан да киңерәк йәйелдереп, дауам итеү отошло булыр тигән фекерҙәмен”.

Фото №1 - Данил Акилов: "Ашнаҡсы үҙенсәлекле, яуаплы һәм ауыр һөнәрҙәрҙең береһе"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ