2019 йылдан алып барлығы 1 120 йорт яны биләмәһе тәртипкә килтерелгән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
Ремонтҡа аҡса берлектә финанслау принцибы буйынса бүленә. Сумманың 94 процентын республика бюджеты, 5 процентын - муниципалитет, ә ҡалған 1 процентын халыҡ үҙе йыя. «Башҡорт ихаталары» программаһына тәү сиратта тиҫтә йылдар буйы ремонтланмаған ихаталарҙы индереү тәҡдим ителә. Халыҡ үҙе һайлаған проекттар сағыу, уңайлы, хәүефһеҙ. Был заманса резина япмалы спорт һәм балалар майҙансыҡтары, унда киңәйтелгән парковкалар кәрәк. Тап урындағы кешеләр ихаталарының ниндәй булырға тейешлеген үҙҙәре хәл итә, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.






