Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында педагог-остаз, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның 80 йәшлек юбилейына арналған әҙәби- музыкаль кисә уҙҙы.
Сараны Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт- музейы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә ойошторҙо. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе менән Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан уҙғарылған кисәлә гимназия уҡытыусылары коллективы һәм уҡыусылары, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ҡәләмдәштәре, фекерҙәштәре, балалары ҡатнашты.
Мәрйәм Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Башҡортостандың Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлағандан һуң, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында, «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләгән. Тәүге күләмле әҫәре - «Һүнмәҫ йондоҙҙар» повесы. Шунан «Шишмә» исемле повесть яҙған, балалар өсөн дә әҫәрҙәр тыуҙырған. Ул мораль-этик мәсьәләләрҙе, балаларҙы милли рухта тәрбиәләү мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. «Арғымаҡ», «Көҙгө ысыҡ» һәм башҡа китаптары фәһемле.
Мәктәптәрҙә уның методикаһы менән байтаҡ йылдар «Тормош һабаҡтары» дәресе үткәрелде, «Йәйләү» балалар лагеры программаһы тормошҡа ашырыла. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы йәш быуынды башҡорт милли рухында тәрбиәләүҙәге изге эшен дауам итә һәм олпат йәшендә лә оло маҡсаттар менән йәшәй.
Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт музей-кабинеты эшләп килә. Бында шәхестең тормош юлы, ижады менән танышырға мөмкин. Кабинетта уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләүсе дәрестәр һәм түңәрәктәр ойошторола.



