Был һорау Өфөлә ойошторолған «Түңәрәк өҫтәл»дә тикшерелде. Мәсьәләне һөҙөмтәле хәл итеү өсөн республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты ҡала хакимиәтенә идара итеүсе компаниялар алмашыныуын күҙәтеү процесын ойошторорға һәм йәмәғәт палатаһы вәкиле ҡатнашлығында профилле комиссия булдырырға ҡушты. Шулай уҡ дәүләт комитеты һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре икенсе идара итеүсе компанияға күсеү тураһында кворум өсөн ҡултамғаларҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә бурыслы.






