Бөгөн Өфөлә “Ҡанатлан!” форумы башланды. Ул «Уҡытыусы һәм остаз” йылына арнала. Эшлекле йыйында республиканың район-ҡалаларынан тыш, сит өлкәләрҙән вәкилдәр ҡатнаша.
Был йыйын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан ойошторола. Форум ике көн дауам итә. Быйыл эшлекле йыйында Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан белгестәр ҡатнаша.







