Башҡортостанда 33 районда 181 ауылға газ үткәреү ҡарала

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә мөһим программа үтәлеше менән таныштыра. “Газпром” менән булған килешеүгә ярашлы, 15 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлә. Программа 2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән. Яңыртылған документ 1 мең километрҙан ашыу газ үткәргес һалыу мөмкинлеге бирә. 26 мең йорт “зәңгәр яғыулыҡҡа” тоташтырыла. “Шүлгәнташ” музей комплексы урынлашҡан “Бөрйән” туризм кластерына газ индереү ҙә ҙур проекттарҙың береһе”, тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда 33 районда 181 ауылға газ үткәреү ҡарала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ