Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ялан-ҡырҙарҙа 80-дән ашыу үлән яныу осрағы асыҡланған. Белорет районында тәүге урман яныу осрағы теркәлде, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарға ҡаршы махсус отряд баш белгесе Шамил Харисов.
Урман фондында ут сығыу хәүефенә бәйле махсус режим индерелгән. Федоровкала янғындың 2-се, 31 районда 3-сө класс иғлан ителгән.







