Башҡортостан хәрби комиссары Михаил Блажевич ошо һорауға яуап бирҙе. Хәрбиҙәрҙең аҡсаһы махсус операцияла ҡатнашҡанға тиклем һәм ҡатнашҡанда тигән өлөштәргә бүленә. Комиссар әйтеүенсә, контракт буйынса хеҙмәт итеү мотлаҡ операция биләмәһендә булыу тигәнде аңлатмай.
Звание һәм вазифаға, шулай махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға ҡарап түләүҙәр 200 мең һумға етеүе ихтимал. Михаил Блажевич белдереүенсә, рспубликала өҫтәмә сумма ҡаралған.
Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса мобиль пункттар булдырылды. Улар бөтә комиссариаттарҙа асылды. Күп функциялы үҙәктәрҙә консультация алырға мөмкин. Шулай уҡ Ситуация үҙәгенә шылтыратырға була. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19.







