Радий Хәбиров федераль рейтингта юғары урын алды

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы төбәк башлыҡтары исемлеген әҙерләгән. Башҡортостан етәксеһе “бик көслө йоғонтоһо” булғандар төркөмөнә индерелгән. Рейтингта беренсе урында Мәскәү башлығы Сергей Собянин килә. Эксперттар яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, сәнәғәтте үҫтереү, социаль инфраструктура булдырыу, фәнни-тикшеренеү үҙәктәре асыу, газ үткәреүҙе, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү сараларын баһалаған. Мартта Өфөлә Радий Хәбиров һәм вице-премьер Дмитрий Чернышенко осрашты. Унда республикала ҡеүәтле туристик проекттар булдырыу мәсьәләһе ҡаралды.

Фото №1 - Радий Хәбиров федераль рейтингта юғары урын алды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ