Төҙөүселәр юл ситенән үткән коммуникацияларҙы яңырта. Был эштәр урамды йәйәүлеләр өсөн реставрациялау сиктәрендә башҡарыла. Быға тиклем урамда троллейбус сымдары, яҡтыртыу бағаналары, ағастар алынды. Хәҙер сират ер аҫты эштәренә. Хәйер улар ерҙе ҡаҙмайынса башҡарыла. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.
Урамда күләмле эштәр бара, тик бына башҡа төҙөлөштәге шикелле гөрләп тормай. Бында бар хәрәкәттәр ҙә ювелирҙарса һаҡ ҡына башҡарыла. Сөнки янда ғына үтә лә ҡиммәт объекттар. Уларҙың күбеһе мәҙәни мираҫ статусын да алған.
Әле юл аҫтынан үткән йылытыу, һыу торбалары алыштырыла. Ҡыҫынҡы шарттарҙа эшләү өсөн яңы алымдар ҡулланыла.
Эштәрҙе ҡатмарлаштырыусы тағы бер сәбәп - был ерҙең археологик әһәмиәткә эйә булыуы. Төҙөүселәр әйтеүенсә, ерҙең өҫкө ҡатламын алыу менән боронғо юлдың таштарын табырға мөмкин. Ә инде тәрәнерәк төшһәң, тарихи ҡомартҡыларарҙың ҡиммәтерәген табырға мөмкин.
Төҙөкләндереү эштәре ике этапта Ленин урамынан Сочи урамына тиклем һуҙыла. Октябрь революцияһы, элекке Ҡазан урамының архитектур йөҙө лә тулыһынса һаҡланасаҡ. Тарихи ҡиммәткә эйә булған йорттар реставрацияланасаҡ.
Реставрация эштәре 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән, ә бына урамды киләһе йыл, Өфөнөң юбилейына тиклем тамамлау ҡаралған. Октябрь революцияһы урамы күпкә киңәйтелеп йәйәүлеләр өсөн дә водителдәргә лә берҙәй уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Автомобилдәр ике һыҙаттан йөрөһә, йәйәүлеләр өсөн киңлеге биш метрға тиклем еткән тротуарҙар барлыҡҡа киләсәк.
А.Кәбиров






