Ейәнсура районының 8 мәктәбе уҡысылары төрлө өлкәләрҙә тәҡдимдәр индереү проектында әүҙем ҡатнаша

Эҙләнеүҙәр, мәғрифәт-ағартыу, спорт, ижади һәләттәрҙе үҫтереү, ял итеү зонаһын булдырыу. Ейәнсура районының 8 мәктәбе уҡысылары ошо өлкәләрҙә тәҡдимдәр индереү проектында ҡатнаша.

Уҡыусылар тәҡдимдәре бюджеттан финансланасаҡ. Проект 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы старт алды. 2024 йылға уҡыусылар башланғыстарына республика һәм район бюджетынан аҡса бүлеү күҙаллана. Тауыш биреүҙә Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары тәҡдим иткән 6 проект ҡатнашҡан.

Тәҡдимдәр менән сығыш яһаған һәр төркөм үҙ проекты менән мәктәп уҡыусыларын таныштырып, ҡыҫҡаса аңлатма биргән. Мәғариф учреждениеһының инициатив төркөмдәре социаль яҡтан үҙенсәлекле көнүҙәк проекттар тәҡдим иткән. Гимназия-интернат уҡыусылары «Сенсор бүлмә», «Ял утрауы», «Мәргән уҡсы» мәктәп тиры, «Спорт һәр кем өсөн» майҙансығын булдырыу, шәхси әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн «Минең гардеробым», «Арғымаҡ» мәктәп медиаүҙәге проекттары менән сығыш яһаған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ