Байрам уңайынан хәрби сафтарҙа йөрөүселәрҙең беренсе репетицияһы үтте. 9 майҙа Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, Башҡортостандың эске эштәр министрлығы, таможня, кадеттар, хәрби хәрәкәттәр, Диңгеҙ йыйылышы ветерандары һәм башҡа ҡатнашыусылар йылдағыса әҙерләнгән программа буйынса сығыш яһаясаҡ.
20 төркөмгә берләшкән мең ярым ҡатнашыусы араһында быйыл кинологтар, һыбайлылар, диңгеҙ флоты баһадирҙары булыр тип көтөлә. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан хәрби сафтар 9 Майҙа Ленин майҙанында иртәнге сәғәт 10-да үтәсәк.






