Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу партия теркәлгән. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа биш сәйәси фирҡәнең вәкилдәре бар. «Берҙәм Рәсәй», «Коммунистар», «Либерал-демократик», «Йәшелдәр» һәм «Ғәҙел Рәсәй-Патриоттар хаҡлыҡ өсөн» партиялары. Улар Республика парламентына һәм урындағы үҙидара органдарына киләһе һайлауҙарҙа ла әүҙем ҡатнашырға ниәтләй. Әле әҙерлек башланған. Осрашыуҙа сәйәси кампанияға әҙерлекте ҡануни нигеҙҙәргә таянып, асыҡ, ғәҙел ойоштороу бурысы ҡуйылды.



