Сәхнәлә премьера! Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуары йәнә бер сәхнә әҫәре менән тулыланды. Был юлы ижади коллектив Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесына мөрәжәғәт итте. Республика мәҙәниәт усаҡтарында быға тиклем сәхнәләштерелгән әҫәр Милли Йәштәр театрында бөгөн беренсе тапҡыр ҡуйылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сәхнәлә ауыл адвокаттары. Силсәүит, Алдар һәм адвокат тирәләй барған хәл-ваҡиғалар кешелектең мәңгелек ҡиммәттәрен асып һала. Уларҙың береһе дуҫлыҡ. Тормош тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған спектаклдә тамашасылар актерҙар менән бергә ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен баһалай.
«Ауыл адвокаттары» Милли йәштәр театры сәхнәһендә тәүгә ҡуйылды. Майҙа ижади коллектив тағы ла бер спектаклде яңыртып сәхнәгә сығарырға ниәтләй.
Өс геройҙың йылдар аша һыналған дуҫлығы тамашасыны һоҡландыра һәм уйландыра ла. Спектаклдә яңғыраған уй-фекерҙәр ҙә бөгөнгө көнгә лә ауаздаш һәм ошоноң менән әһәмиәтле лә.
Азат Ғәлиуллин



