Быйыл Башҡортостанда миллион ярым кешегә диспансеризация үткәреү бурысы ҡуйылған

Төбәктә медицина тикшереүе ойошторолоу кимәлен Профилактика медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәгенең эксперт комиссияһы тикшерҙе. Белгестәр бер нисә һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эше менән танышты. Тикшереү һөҙөмтәләре тураһында БЮТ ижади төркөмө репортажы.

Эксперт баһаһы профилактика бүлеге коридорында эленгән плакаттарҙан башланды. Халыҡты иҫкәртеүсе яҙмалар табип бүлмәһе янында ғына түгел, полкилиниканың барлыҡ ҡаттарында ла булырға тейеш, тигән фекерҙә белгестәр. Артабан комиссия ҡабул итеү бүлмәһенә йүнәлде. Табипҡа күренеү алдынан барлыҡ пациенттар ҙа анкета тултыра. Бында килеүселәрҙең күпселеге медицина тикшереүен даими үтә.

Диспансеризацияны 40 йәштән өлкән кешеләр йыл һайын, унан йәшерәктәр өс йылға бер тапҡыр үтергә бурыслы, сөнки медицина тикшереүе йәшерен ауырыуҙарҙы асыҡларға ярҙам итә. Табипҡа мөрәжәғәт итеүселәр араһында 4 сир төрө йышыраҡ осрай.

Һаулыу һаҡлау ойошмалары эшенә Профилактик медицина милли үҙәге эксперттары баһа бирә. Федераль ведомство хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанға йыл һайын килә. Үҙәк белгестәре фекеренсә, төбәктә медицина хеҙмәтләндереү кимәле йылдан-йыл яҡшыра.

Команда эше яйға һалынған, поликлиникалар заманса техника менән йыһазландырылған. Профилактика йүнәлешен үҫтереү буйынса Башҡортостан табиптары эше башҡа төбәктәргә өлгө булырлыҡ тип уйлайым.

Екатерина Иванова, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙәк федераль округының медицина профилактикаһы буйынса баш белгесе

Әммә табиптар тырышлығы ғына әҙ, һәр кеше үҙ сәләмәтлеге хаҡында үҙе ҡайғыртырға, йылына бер тапҡыр тикшереү үтергә бурыслы. Төбәктә диспансеризация йылдағыса бушлай үткәрелә

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йыл менән сағыштырмалы, былтыр халыҡ араһында үлем осраҡтары 26 процентҡа кәмегән. Был тәү сиратта профилактика тикшереүе һәм диспансеризация һөҙөмтәһе, ти белгестәр. Сөнки ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеүе еңелерәк. 2022 йылда 1 миллион 200 мең кеше диспансеризация үтһә, быйыл медицина текшереүен үтеүселәр күберәк булыр тип көтөлә.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ