Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың илһөйәрлек темаһына арналған күргәҙмәһе асылды. Бай экспозицияла тыуған илгә һөйөү, ғаилә, һалдат тормошо сағылдырылған картиналар урын алған. Арт-терапия йүнәлешендә билдәле рәссамдың ижадында йәшәү һәм үлем, мөхәббәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәр һүрәтләнә.



