Бөгөн уның тыуыуына 55 йыл тула. Өфө фән һәм технологиялар университетында танылған шәхескә арналған Хәтер кисәһе уҙғарыла. Ғәйнислам Дәүләтбай улы бик күп башҡорт дастандарын, әҙәби әҫәрҙәрҙе төрөк теленә тәржемә итә. Педагог булараҡ та ҡаҙаныштары күп. Ул Башҡорт дәүләт университетында шәрҡиәт кафедраһын ойоштороуға тос өлөш индергән кешеләрҙең береһе. “Ғәйнислам Ибраһимов башҡорт мәҙәниәтен төрки донъяға танытты. Ул тел һәм рух һаҡсыһы булып хәтерҙә ҡалды”, - ти “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин.







