Бөгөн БСТ телеканалында үткән брифинг барышында ошо турала белдерелде. “Алдан саралар күреү биләмәләрҙе ҙур һыу үтеүҙән һаҡлай”, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов.
Башҡортостанда ташҡынға һәм урман янғындарына бәйле хәл һауанан күҙәтелә. Ҡотҡарыусылар вертолетта осоштар яһай. Кирилл Первов дауам итә.
Башҡортостанда уҙған тәүлектә ташҡынға бәйле хәбәрҙәр килмәгән. Ҡайһы бер биләмәләрҙә һыу күтәрелеү сәбәпле юлдар ябыҡ ҡала. Халыҡҡа хәүеф янамай. Ҡотҡарыусылар республикала йәшәүселәрҙе сүп-сар яндырмаҫҡа, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәргә саҡыра.




