Радий Хәбиров «Зумлион» Ҡытай компанияһының сит ил бүлексәһе генераль директоры менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Зумлион» Ҡытай компанияһының сит ил бүлексәһе генераль директоры Синхуа Чжан менән осрашты. Сәнәғәт холдингы ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм юл төҙөлөшө техникаһын етештереүсе донъялағы эре ойошмаларҙың береһе.

Компания 21 ил менән хеҙмәттәшлек итә. Осрашыу маҡсаты - Рәсәйҙә ауыр машиналар йыйыуҙы ойоштороу, ә киләсәктә тулы цикллы производствоны сафҡа индереү. Башҡортостан инвестклимат торошо Милли рейтингында лидер төбәктәрҙән һанала тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республикала эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплаусы ярҙам саралары ҡаралған. Бынан тыш, төбәктә сәнәғәт үҫешкән, төрлө тармаҡтарҙа юғары компетенциялар бар тип белдерҙе төбәк башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ