Урал Насир улы Күгәрсен районында тыуып үҫә. 1956 йылдан башлап 2000-се йылдар башына тиклем Башҡортостан хөкүмәтендә эшләне. Бөгөн Өфөлә Урал Бакировтың юбилейына арналған тантана үтте. Парламент рәйесе Константин Толкачев уға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай наградаһын тапшырҙы. «Кеше алдына маҡсат ҡуйып эшләргә, йәшәргә тейеш. Халыҡ берҙәм булғанда ғына, уңыштарға өлгәшергә мөмкин”, ти Урал Насир улы.







