Бөгөн Өфөлә Башҡортостан хәрби комиссариатын ойоштороуға 105 йыл тулыу уңайынан тантаналы йыйылыш булды. -Был көн хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре өсөн генә мөһим түгел. Һәр ғаиләнең Ватанға хеҙмәт итеү тарихы бар. Беҙҙең хәрби комиссариат өлөшләтә мобилизация ваҡытында юғары оҫталыҡ күрһәтте. Бөгөн яҙғы саҡырылыш менән бергә ирекле батальондар ойоштороу буйынса эш алып барыла. Лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.







