Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, экологик саралар апрель аҙағына тиклем дауам итә. Урамдар һәм ишек алдарында ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы таҙартырға кәрәк. Экология айлығы барышында шулай уҡ ҡойма һәм биналар тәртипкә килтерелә, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыла.







