Өфөлә урамдарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм санитар таҙартыу буйынса комплекслы эштәр башланды

Уҙған тәүлек эсендә генә яҡынса 9 мең кубометр сүп-сар сығарылған, соҡорҙарҙы ремонтлауға 112 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалынған. Бөгөн көндөҙгө сменаға эшкә 391 коммуналь хеҙмәткәр һәм 236 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡышҡы осорҙан һуң юл селтәрен сифатлы таҙартыуға махсус шампунь ҡулланыла.

Өфөлә 15 һәм 28 апрелдә, шулай уҡ 13 майҙа дөйөм ҡала шәмбе өмәләре үтә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, экологик саралар урам-ихата биләмәләрен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса йыл да уҙғарылған айлыҡ сиктәрендә ойошторола. 3 апрелдән 12 июнгә тиклем барлыҡ йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары махсус полигонда бушлай ҡабул ителә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ