Картуф үҫтереп, субсидия ал. Республикала йәшелсә етештереүселәргә субсидия ставкалары раҫланды. Документ менән Башҡортостандың ауыл хужалығы сайтында танышырға мөмкин. Мәҫәлән, картуф сәселгән майҙандың һәр гектарына - 15 мең һум, асыҡ тупраҡтағы йәшелсәнекенә 17 мең һум бүленә. Ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүгә киткән сығымдар бер тонна өсөн 3 мең һум иҫәбенән ҡаплана.
Башҡортостанда шулай уҡ «Агростартап» грантына документтар ҡабул итеү дауам итә. Быйыл республикала проектты тормошҡа ашырыу өсөн 98 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Бизнес-пландарҙы 17 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк.






