Хәйриә концертының маҡсаты - Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға теләктәшлек күрһәтеү.
Филармония солисы Әлиә Исҡужинаның илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс ижад ителгән «Бирешмә һалдат» йыры бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Бөгөнгө көндә халыҡта патриотик рухты нығытыуҙа,илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙә артистарҙың өлөшө ҙур.
Һалдаттарҙың рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизовтың сарала ҡатнашыуы ҙур мәртәбә өҫтәне. Үҙенең сығышында ул егеттәрҙең хеҙмәте, көнкүреше хаҡында һөйләне. Хәмзә Хафизов Темәс Тарих -тыуған яҡты өйрәнеү музейына һалдат каскаһы бүләк итте. Шулай уҡ хәрби бәрелештәр ветераны Данис Аслаев та музейға һалдат флягаһы һәм аш ҡаҙаны тапшырҙы.
Берҙәмлектә көс! Беҙ бергә булғанда ғына барлыҡ маҡсаттарға ирешә, аласаҡбыҙ. Башҡорт Дәүләт филармонияһы һәм Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары сығыштары уртаҡ маҡсаттар өсөн берләшеүгә өндәү булып яңғыраны.



