Әбйәлилдә йыл әйләнәһенә эшләүгә иҫәпләнгән федераль кимәлдәге курорт төҙөү күҙаллана

Проект сиктәрендә 40 гектар майҙанда бер нисә обьект: аквапарк, SPA-комплекс, тау саңғыһы үҙәге, 1000 номерлыҡ ҡунаҡхана сафҡа индереү планлаштырыла. Бынан тыш, спорт һәм күңел асыу майҙансыҡтары йыһазландырыласаҡ. Был яңы эш урындары булдырыла тигән һүҙ. Инвесторҙар проекттың һөҙөмтәле булыуын раҫлай алһа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хуплаясағын вәғәҙәләне.

Ултырышта шулай уҡ Инвесткомитет ағзалары Асҡын районында рапс һәм бойҙай культураларын эшкәртеү буйынса»Олеокемикс» проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен барланы. Башҡортостан Башлығы етештереү майҙанында сираттағы эш сәфәре менән булғандан һуң, инвестиция сәғәтенә проекттың икенсе сиратына ярҙам сараларын билдәләргә предприятие етәксеһен саҡырҙы. Компания директоры Руслан Саматов, артабан үҫеш өсөн элеватор төҙөү мөһимлеген билдәләне. Был рапсты тәрән эшкәртеү мөмкинлеген арттырасаҡ.

Ауыл хужалығы эшсәндәре бөгөн ер һөрә, сәсә, уңыш йыя. Ә үҫтерелгән игенде илтергә үҙебеҙҙә лә, яҡын-тирәлә лә урын юҡ. Районда элеватор төҙөлһә, игенде килтереп эшкәртеү, киптереү һәм һаҡлау мөмкинлеге буласаҡ.

Руслан Саматов, «Олеокемикс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт компанияһы директоры

Тағы ла бер проект «Белкаст» ҡойоу производствоһын булдырыу. Проекттың хаҡы -150 миллион һум. Уны Белорет районында ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. «Үлсәү ҡорамалдары» менән «Урал спорт инвентарҙары» заводтарының комплекттарға ихтыяжын тәьмин итеү өсөн был предприятиела металл изделиелары етештереләсәк. Фекер алышыу һөҙөмтәләренән сығып, проектҡа һалым льготалары тәҡдим ителеп, ул өҫтөнлөклө статусын алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ