Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙа сәсеү кампанияһына техниканың әҙерлеге, орлоҡ, минераль ашламалар менән тәьминәт мәсьәләләре ҡаралды, үҫемлекселектә заманса технологиялар, яңы сорттар өйрәнелде.
Хеҙмәт һағы, янғын хәүефһеҙлеге һорауҙарына ла айырым иғтибар йүнәлтелде. Район буйынса быйыл сәсеү майҙаны 13 гектар тәшкил итә, биләмәнең күп өлөшө иген культураларына тура килә. Әле хужалыҡтар күп йыллыҡ үләндәрҙе дым менән ҡаплау һәм тырматыу эштәренә күскән.






