Эшлекле һөйләшеүҙә партияның Дәүләт Думаһындағы фракция етәксеһе урынбаҫары Сардана Авксентьева ла ҡатнашты.
Осрашыуҙа һайлау кампанияһына әҙерлек, республика менән хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Алексей Нечаев партия составында Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү кимәлен юғары баһалаған эшҡыуарҙар күп, тип билдәләне.
«Яңы кешеләр» фирҡәһе рәйесе Алексей Нечаев шулай уҡ төбәк эшҡыуарҙары менән осрашты. Һөйләшеүҙә йүнселдәргә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Һалым сәйәсәтен либералләштереү, һанлы валюта, киберхәүефһеҙлек һәм башҡа мәсьәләләр - эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙар һәм эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.



