Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Урал Бакировҡа 90 йәш

Ошо айҡанлы бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда юбилярҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Сарала Парламент рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Урал Насир улының дуҫтары, яҡындары ҡатнашты. Бар ғүмерен Башҡортостанға хеҙмәт итеүгә арнаған шәхес тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Видеояҙмаларҙа һәм фотоһүрәттәрҙә Урал Бакиров һәр ваҡыт артҡы планда, әммә ысынбарлыҡта ул ғүмере буйы алғы һыҙыҡта. Урал Насир улының бар тормошо тыуған Башҡортостанға хеҙмәт итеүгә бағышланған. Комсомол, партия комитетындағы эшмәкәрлек, ҙур ойошма-учреждениелар менән етәкселек итеү, 1994 йылдан алып Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ярҙамсыһы. 72 йәштә хаҡлы ялға сыҡандан һуң да ул матбуғатҡа хеҙмәт итеүен дауам итә. Әммә Урал Бакировтың исеме республика халҡына тәү сиратта идеология эшмәкәрлеге аша билдәле. Тотош быуын етәкселәре уны үҙенең остазы итеп һанай.

Урал Бакиров Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә үҙенең районында, һуңынан Өфөләге 9-сы мәктәптә уҡыған. Ул ваҡытта Тимирязев исемегдәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Әммә юғары белемле математика уҡытыусыһы мәктәптә оҙаҡ эшләп өлгөрмәй, комсомол эшенә егелә. Урал Насир улы фекеренсә, улар тормоштоң йәмен хеҙмәттә күрә. Сөнки һуғыш осоро балалары хеҙмәт тәрбиәһе ала һәм дәһшәтле йылдарҙың бар михнәтен татый.

Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыу, эшкә һөйөү, белемгә ынтылыш Урал Бакировҡа хеҙмәт юлында ла ярҙам итә. Ул үҙе лә ал-ял белмәй эшләй, башҡаларҙан да оло яуаплыллыҡ, фиҙаҡәрлек талап итә, кешеләрҙе аңлай-тыңлай белә, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа, грамоталылыҡҡа ныҡлы иғтибар бирә. Юғары вазифалар биләһә лә ябайлығын. ихласлығын, кешелеклеген юғалтмай. Күптәр тап Урал Насир улының кәңәштәренә таянып юғары үрҙәр яулай.

Урал Насир улы 90-сы йылдар уртаһынан Мортаза Рәхимовтың ярҙамсыһы була, тап ошо йылдарҙа ул күп яҡлы эшмәкәрлек алып бара. Киң мәғлүмәт саралары, милли-мәҙәни эшмәкәрлек өсөн дә яуап бирә. Гәзит-журналдар баҫылып юлға сыҡмайынса эштән ҡайтмай инек, тип хәтерләй ул. Урал Бакиров оҙаҡ йәшәүҙең серен дә фиҙаҡәр, тынғыһыҙ хеҙмәттә күрә.

Башҡортостан башлығы указына ярашлы 90 йәшлек юбилейы айҡанлы Урал Бакировҡа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почетлы билдәһе тапшырылды. Әммә иң мөһиме билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Урал Насир улының исеме халыҡ хәтерендә, уның хеҙмәт емештәре бөгөн дә тыуған республикаһына хеҙмәт итә.

Р.Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ