2019 йыл проект ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда 1120 йорт һәм ихата алды биләмәһе тәртипкә килтерелгән. Ремонт өсөн финанс ярҙамдың 94 проценты республика бюджетынан, 5 проценты муниципалитеттарҙан, 1 проценты йортта йәшәүселәрҙән бүленә. Өфөнөң Киров районында Эшсе хәбәрселәр һәм Кувыкин урамдарына ҡараған биш йорт ихатаһы, Радио микрорайонында 3 йорт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана.
Дүрт йыл элек старт алған «Башҡорт ихаталары» проекты сиктәрендә Киров районында 15 ихата төҙөкләндерелгән. 60- тан ашыу күп фатирлы йорт алды танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Быйыл да Киров районында йәшәүселәр тиҫтә йылдар дауамында ҡул теймәгән, ремонт үткәрелмәгән ихаталарҙы тәртипкә килтереү мәсьәләһен күтәрә. Граждандар үҙҙәренә уңайлы проекттарҙы тәҡдим итә: заманса резина япмалары булған спорт һәм балалар майҙансыҡтары, парковкаларҙы киңәйтеү. Халыҡ йыйылыш үткәреп, ихата алдында ниндәй үҙгәрештәр кәрәклеген бергәләп хәл итә.






