Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 495 меңгә яҡын бала лагерҙа ял итә ала, был маҡсатта ҡаҙнанан 2 миллиард ярым һум аҡса бүленә. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәре Рәмзиә Бикҡужина.
Учреждениелар санитар талаптарҙы тулыһынса үтәгән осраҡта ғына уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк. Уҙған йылда республика лагерҙарында 400 меңгә яҡын бала сәләмәтлеген нығытҡан.







