Кооперацияларға берләшкәндәргә лә ярҙам саралары киңәйтелә. Шулай уҡ үҙ мәшғүлдәргә уңайлы шарттар булдырыла. Башҡортостан Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов ошо турала белдерҙе.
Әле республика хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә төштө. 38 районда ужым һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландарыу, дым ҡаплатыу, тырматыу алып барыла. Ирек Сураҡов белдереүенсә, техника, яғыулыҡ-майлау материалдары, запас өлөштәр етерлек.




