Мәғариф учреждениеһы Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урынлашҡан. Владимир Паращенко исемен йөрөткән 51-се белем биреү үҙәге. Мәктәп уҡыусылары дүртенсе сиректе заманса, яңы, иркен кабинеттарҙа башлаған. Белем усағындағы шарттар менән бөгөн Башҡортостан Башлығы ла танышты. Радий Хәбиров баш ҡала буйлап эш сәфәре сиктәрендә санитар өмәләр барышын, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе лә ҡараны. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Биш блок һәм 26 мең квадрат метрҙан ашыу майҙан. Белем усағы ҡеүтәле бер ҡаласыҡты хәтерләтә - 1 мең 650 балаға иҫәпләнгән. Ул республикалағығына түгел, хатта, Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәғариф учреждениеһы, биләмһе буйынса ла, уҡыусылар иҫәбе менән дә. Белем биреү үҙәге үҙ эсенә балалар баҡсаһын һәм спорт блогын ала.
51-се мәктәп элек Ферин урамындағы боронғо бинала урынлашҡан була, әммә объект авария хәлендә тип табыла. Һуңғы йылдарҙа уҡыусылар ваҡытлыса башҡа учреждениеларҙа белем ала. Һәм бына ниһайәт, дүртенсе сиректе улар яңы, заманса белем усағында ҡаршылай.
Заманса белем усағы Инорс биҫтәһенең яңы микрорайонында сафҡа индерелгән. Әммә ул Черниковск ҡалаһының Сталин районында 1936 йылда уҡ асылған тарихи 51-се мәктәптең данлы традицияларын дауам итеүсе булып тора. Яңы мәғариф учреждениеһында сифатлы белем биреү, балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн тулы уңайлыҡтар ҡаралған. Заманса йыһазландырылған бүлмәләр, лабораториялар, оҫтаханалар, спорт залдары, хатта стоматология кабинеты.
Белем биреү үҙәге Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең элекке етәксеһе Владимир Паращенко исемен йөрөтә. Был осраҡлы түгел. Мәғариф учреждениеһы данлыҡлы предприятие менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Әммә мәктәп техник йүнәлеш буйынса ғына махсуслашҡан тип әйтеп булмай, белем усағында төрлө йүнәлештәр үҙләштерелә. Радий Хәбиров эш сифатын юғары баһаланы, педагогтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Радий Хәбировтың баш ҡала буйынса эш сәфәрендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү объекттары айырым урын биләй. Республика башлығы Инорс биҫтәһендә Йылы күл буйын тәртипкә килтереү барышын ҡараны. Проект буйынса бында биләмәне тулыһынса тәртипкә килтереү, ял, спорт, уйын майҙансыҡтары эшләү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырыу ҡаралған.
Башҡортостан башлығы Ҡулса, Горький, Ульяновтар урамдары киҫелешендәге ихатаны төҙөкләндереү проекты менән дә танышты. Ул «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса тәртипкә килтерелә, эштең дөйөм хаҡы 20 миллион һум. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, улар үҙгәрештәрҙе күптән көткән. Ихата әлегә тиклем ташландыҡ хәлдә була, Боронғо спорт майҙаны, автомобилдәр ҡуйырға урын юҡ. Хәҙер иһә ихата тулыһынса төҙөкләндерелә. Спорт, уйын майҙансыҡтары эшләнә, эскәмйәләр ҡуйыла.
10 апрелгә тиклем Өфөнө ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартыу бурысы ҡуйылды. Был бурысты Республика башлығы дүшәмбеләге оператив кәңәшмәһендә еткергәйне. Ә бөгөн Радий Хәбиров шәхсән санитар өмәләр, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау барышын тикшерҙе. Юлсылар һәм халыҡ менән аралашыу ваҡытында Республика етәксеһе яңы коммуналь техниканың нисек эшләүе, хеҙмәт шарттары, эш хаҡы тураһында һорашты.
Башҡортостан башлығы Өфө ҡурсаҡ театрын капиталь ремонтлауҙы ла ҡараны. Реконструкция эштәре мәҙәниәт учреждениеһын төҙөкләндереүҙе һәм яңы корпус төҙөүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған объектты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Тарихи бинаның күп кенә үҙенсәлекле биҙәктәре һаҡлана, әммә яңы элементтар ҙа индерелә. Театрҙың ҡыйығына Ер шарының макетын урынлаштырыу ҡаралған.
Башҡортостан башлығы белдереүенсә, театр янындағы биләмәне тәртипкә килтереүгә айырым иғтибар бирелә. Майҙанға ярты быуат тиерлек кеше ҡулы теймәгән. Был биләмәлә асыҡ һауа аҫтындағы музей асыла һәм Юнесконың мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән 12 Рәсәй объектының миниатюраһы ҡуйыла.
Р.Кәримова




