Яҡташтарыбыҙ балалар менән осрашып, Ватан алдындағы бурыс төшөнсәһен аңлата, хәрби хеҙмәт, алғы һыҙыҡтағы көнкүреш шарттары тураһында һөйләй. Нефтекама ҡалаһы, Иглин һәм Хәйбулла райондарында илһөйәрлек рухында ойошторолған саралар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Нефтекамала «Ҡаһарманлыҡ дәресе» балаларға рәхмәт һүҙҙәренән башланды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ мәктәп уҡыусыларынан ҡабул ителгән хаттарҙы ҡәҙерләп һаҡлауын билдәләне. Еңеүгә ышанысты арттыра. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугир менән осрашыуға ике белем усағынан йөҙгә яҡын бала саҡырылғайны. Үҫмерҙәр Ватан һағына баҫҡан замандашыбыҙ менән әңгәмә ҡороп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Иглин районы Көҙәй ауылы мәктәбендә лә «Ҡаһарманлыҡ дәресе» уҙғарылды. «Бетр» һәм «Яҡуп» ҡушаматлы яугирҙар махсус хәрби операцияла ярты йылдан ашыу ҡатнаша. Тыуған яҡҡа ялға ҡайтыу менән улар үҙҙәре тамамлаған белем усағына юллана. Бында хәрбиҙәр өсөн илһөйәрлек рухында концерт та әҙерләнгәйне.
Хәйбулла районы хакимиәте етәкселеге ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән осрашыу уҙғарҙы. Осрашыуҙа гуманитар ылау оҙатыу буйынса башҡарылған эш тураһында һөйләнеләр. Алғы һыҙыҡта йәшәү шарттары, аҙыҡ-түлек, кейем, медицина препараттары менән тәьминәт мәсьәләләре лә күтәрелде.
Махсус хәрби операцияның өҫтәмә көстәрен булдырыу өсөн Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу штабы ойошторолған. Ошондай уҡ пункт яҡын көндәрҙә Хәйбулла районында ла асыла. Контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләр унда хеҙмәткә инеү тәртибе, кәрәкле документтар, тейешле түләүҙәр һәм гарантиялар тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.
Гөлназ Хәйбуллна






